Яман шеш менән көрәшеүсе йырсы, композитор, алып барыусы Нурия Абдуллина дауаланыу курстары үтеү өсөн Санкт-Петербург ҡалаһына юлланған. Ошо хаҡта ул социаль селтәрҙәрҙә хәбәр итә: "Бөтәгеҙгә лә матур, эшлекле көн теләйем. Был һүҙҙәрҙе аэропорттан яҙам, Санкт-Петербургка сираттағы процедураға осабыҙ. Хәлем ҡәнәғәтләнерлек. Яҡшы һөҙөмтәләр менән әйләнеп ҡайтырмын тип ышанам".