Рәсәй Президенты "Сириус" белем биреү үҙәгенең фән һәм сәнғәт паркында "Рәсәй - мөмкинлектәр иле" автономлы коммерция булмаған ойошмаһының күҙәтеү советы ултырышын үткәрҙе.
Бында ҡатнашыусылар ойошманың төп эш йүнәлештәре буйынса һөҙөмтәләрҙе барланы, эшмәкәрлектең алда торған мөһим мәсьәләләрен ҡараны.
Әйткәндәй, "Рәсәй - мөмкинлектәр иле" ойошмаһы Владимир Путин указы менән 2018 йылдың майында барлыҡҡа килгәйне. Уның төп бурыстары: социаль мобиллекте күтәреү шарттарын формалаштырыу, граждандарҙың шәхси һәм һөнәри мөмкинлектәрен ғәмәлгә ашырыуҙы тәьмин итеү, илдә һөҙөмтәле социаль лифттар булдырыу.
Был осрашыу ойошманың күҙәтеү советының тәүге ултырышы ине.
Тиҙҙән социаль лифттар ысынлап та үҙен күрһәтер, тип ышанайыҡ. Президент әйткәнсә, таныш-тоношһоҙ, "өҫтән" шылтыратыуһыҙ ҙа юғары үҫеп китеүсе өмөтлө йәштәрҙе күрербеҙ.