Шулай ҙа йырсы тыуған яғын онотмай. Мәҫәлән, 30 йәшлек юбилейын Өфөлә үткәрҙе. Концертында Радий Хәбиров та булып, социаль селтәрҙә: "Был егет беҙҙең республика өсөн аҡсалы һәм етәксе булған кешеләрҙән дә күберәк эшләй", - тип тә яҙғайны.
Күптән түгел сәхнә йондоҙо тағы ла тыуған ҡалаһында булды һәм республика Башлығы менән осрашты. Был хаҡта Радик Юлъяҡшин "Инстаграм"да фотоһын ҡуйып: "Өйгә ҡайтырға ваҡыт" тип яҙып та ҡуйған.
Күрәһең, йырсы Башҡортостанға ҡайтып, продюсерлыҡ һәм ижад менән тулыһынса шөғөлләнергә теләй.