газета "Салауат"
+2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Октябрь 2019, 15:01

Ит изгелек - көт яуызлыҡ

Подъезда үҫмер егет 35 йәшлек ирҙән телефон һорай. Ир ҡаршылыҡһыҙ бирә, һөйләшкәнен тыныс ҡына көтөп тора.

Подъезда үҫмер егет 35 йәшлек ирҙән телефон һорай. Ир ҡаршылыҡһыҙ бирә, һөйләшкәнен тыныс ҡына көтөп тора.


Йәш егет телефонды кире биргәндә, көтмәгәндә иргә һөжүм итә һәм уның ике мең һум аҡсаһын, паспортын тартып алып, был урындан йәһәтерәк ҡасыу яғын ҡарай. Тик ҡорбанының тәҙрә төбөндә ятҡан смартфонында социаль селтәрҙәге үҙ аккаунтынан сығырға ғына онота – шул сәбәпле юлбаҫар егет тиҙ тотола.


Ул Өфө мәктәптәренең береһендә уҡыған 17 йәшлек үҫмер булып сыға. Әлбиттә, егеткә ғәйебен таныуҙан башҡа сара ҡалмай. Әлеге мәлдә уның бүтән ошоға оҡшаш енәйәттә ҡатнашы барлығы-юҡлығы тикшерелә. Тикшереү бөтмәйенсә, кеше талаусыға ҡаланан ситкә сығыу тыйылған.
Читайте нас: