газета "Салауат"
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Октябрь 2019, 15:04

Гель-лак ни өсөн зарарлы?

Һәр саҡ матур булыу өсөн ҡатын-ҡыҙ бөтә ысулды ҡулланырға әҙер: ҡиммәтле инъекциялар эшләтеүҙән, төрлө химик матдәләр ҡушылған косметика ҡулланыуҙан да баш тартмай.

Һәр саҡ матур булыу өсөн ҡатын-ҡыҙ бөтә ысулды ҡулланырға әҙер: ҡиммәтле инъекциялар эшләтеүҙән, төрлө химик матдәләр ҡушылған косметика ҡулланыуҙан да баш тартмай.


Гель-лак – шуларҙың береһе. Нисек унһыҙ йәшәгәнбеҙ икән тип аптырай замана ҡатын-ҡыҙҙары. Һүҙ юҡ: матур, бер ҡаплатһаң, тырнаҡты көн дә ҡарарға ла кәрәкмәй, ике-өс аҙнаға етә.


Ә икенсе яҡтан ҡарағанда, гель-лак тырнаҡҡа ғына түгел, тотош организмға зыянлы икәнен күптәр уйлап та ҡарамайҙыр. Оҙайлы тырнаҡ буяғыстары тиҙ иҫкермәһен, ныҡ булһын өсөн уға формальдегид өҫтәйҙәр.


Формальдегид ҡушылған лак тырнаҡтан ҡанға тиклем үтеп инә, шунан эстә тупланып, күҙәнәктәрҙе емерә башлай. Тырнаҡтар ҙа боҙола: ҡорой, һына, һарғая.


Рәсәйҙә тырнаҡ лактарындағы консерванттар нормаһын көйләгән закон юҡ, ә бына Көнбайышта косметикала формальдегид 0,2 проценттан артмаҫҡа тейеш.


Шуның өсөн тырнаҡтарҙы лактарҙан даими ял иттереп, нығытыусы майҙар һөртөп торорға кәрәк.
Читайте нас: