газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Октябрь 2019, 10:38

Экологик сәнәғәтте үҫтереүгә көс бирәсәк

"Росатом"дың Йәмәғәт советы “Экология” милли проекты буйынса эштәрҙең тәүге һөҙөмтәләрен ҡараны. Был хаҡта Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы рәсми сайтында хәбәр ителә.

"Росатом"дың Йәмәғәт советы “Экология” милли проекты буйынса эштәрҙең тәүге һөҙөмтәләрен ҡараны. Был хаҡта Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы рәсми сайтында хәбәр ителә. Милли проекттың “I һәм II класс хәүефле ҡалдыҡтар менән эш итеү өсөн инфраструктура” федераль проектын тормошҡа ашырыу буйынса беренсе һөҙөмтәләр “Росатом” дәүләт корпорацияһы Йәмәғәт советының экология буйынса комиссияһы ултырышында тәҡдим ителде.

Ойошманың дәүләт һәм тармаҡ программаларын ғәмәлгә ашырыу буйынса йүнәлеш директоры Андрей Лебедев һүҙҙәренсә, мәсьәләләрҙең ике комплексы хәл ителә: I-II класс хәүефле ҡалдыҡтар менән эш итеүгә идара һәм контроль системаһын булдырыу, базалы инфраструктура формалаштырыу. Әлегә ҡануни һәм норматив база әҙерләнгән, уның буйынса федераль оператор институты индерелә. Асылда, “берҙәм тәҙрә” принцибы булдырыла: баҙарҙа ҡатнашыусылар берҙәм контрагент менән эшләй аласаҡ. Шул уҡ ваҡытта дәүләт мәғлүмәт системаһы төҙөлөргә тейеш. Уның ярҙамында I-II класс хәүефле ҡалдыҡтар менән эш итеүҙең берҙәм федераль схемаһы формалаштырыласаҡ.

“Беҙҙең илдә оҙаҡ йылдар ҡалдыҡтар проблемаһына тейешле иғтибар бирелмәне. Ниһайәт, “Экология” милли проектына ярашлы был хәл үҙгәрә, киләсәктә юғары кимәлдә алып барыласаҡ. Был йәһәттән яңы комплекстар булдырыу яңы эш урындары асыу мөмкинлеге, экологик сәнәғәтте үҫтереүгә этәргес бирәсәк”, - ти тармаҡ белгестәре.

Тотош Рәсәйҙә был милли проектты тормошҡа ашырыу өсөн 4 триллион 41 миллиард һум бүлеү планлаштырылған.

#Миллипроекттар
Читайте нас: