газета "Салауат"
-15 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Октябрь 2019, 16:30

Береһе - тыуған, икенсеһе...

Мәскәү өлкәһендә бер ир ҡатынын бала табыу йортона оҙата. Үҙе 1,5 йәшлек ҡыҙын ҡарап кала.

Мәскәү өлкәһендә бер ир ҡатынын бала табыу йортона оҙата. Үҙе 1,5 йәшлек ҡыҙын ҡарап ҡала.

Улы тыуғанын ишеткәс, дуҫтарын саҡырып, улар менән шатлығын уртаҡлашмаҡсы була. Кис буйы хәмер һемерәләр, күңел асалар, ә бала үҙ бүлмәһендә уйнай. Ҡунаҡтарын оҙатҡас, йоҡларға ята. Иртән уянып китһә, янындағы бала тын алмай... Табиптар уның быуылып үлгәнлеген асыҡлай. Тәнендә йәрәхәттәр юҡ. “Һаҡһыҙлыҡ буйынса үлтереү” статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Читайте нас: