Хеҙмәткә түләүҙең иң аҙ күләме үҙгәрәсәк. Бөгөнгө ҡағиҙәләр буйынса, 421-се Федераль законға ярашлы, хеҙмәткә түләүҙең иң аҙ күләме иң түбән йәшәү кимәленә тиң билдәләнгәс, 2020 йылда минималь хеҙмәт хаҡы 12 130 һум тәшкил итәсәк.
Транспортҡа техник тикшереү үткәреү. Киләһе йылдың 1 июленән техник тикшереү үтмәй тороп, транспортҡа диагностика картаһы алып булмаясаҡ. Был карталар электрон рәүештә буласаҡ, ләкин кәрәк булғанда ҡағыҙ вариантты ла бушлай эшләп бирәсәктәр. Техник тикшереү операторы машинаны фотоға төшөрә, уның ҡайҙа булыуы координатаһын билдәләй һәм берҙәм электрон системаға ебәрә. Был турала анығыраҡ Рәсәй Хөкүмәтенең 2019 йылдың 30 мартындағы 382-се ҡарарында танышырға мөмкин.
Кибеттәге аҙыҡ-түлеккә яңы маркалау индереләсәк. Был маркаларҙа тейешле ризыҡҡа “ГМО юҡ”, “Химия юҡ” тигән яҙыуҙар буласаҡ. “Органик продукция” тигән төшөнсә индерелә. Ундайҙарға экологик яҡтан таҙа ауыл хужалығы продукцияһы, дарыу, орлоҡтар, һунарсылыҡ һәм балыҡсылыҡ ризыҡтары ҡарай. Органик аҙыҡ-түлек етештергәндә химик матдәләр, гендар инженерияһы ысулдары, гидропоника ҡулланыу, шулай уҡ төрөү өсөн ПВХ файҙаланыу тыйыла.
Балалы ғаиләләргә айлыҡ түләү күләмен арттырыу. Беренсе һәм (йәки) икенсе балаһы булған һәм килеме эшкә яраҡлы һәр кешегә ҡарата хеҙмәткә иң аҙ түләү күләменән ике тапҡырға ашмаған ғаилә ошондай аҡсалата пособиеға мохтаж тип таныласаҡ. Был сумма балалар өсөн йәшәү минимумына тиңләштерелгән. Уны сабыйға өс йәш тулғансы алып барырға мөмкин.
Социаль эшҡыуарлыҡ ярҙам аласаҡ. Бындай бизнес төрөнә йәмәғәтселек өсөн файҙалы маҡсаттарға, граждандарҙың һәм йәмғиәттең социаль проблемаларына йүнәлтелгән эшҡыуарлыҡ ҡарай. Быйыл 18 июлдә ҡабул ителгән 176-сы Федераль законға ярашлы, ошо эшҡыуарлыҡ дәүләт власы һәм урындағы үҙидара тарафынан мотлаҡ яҡланырға тейеш. Урта һәм бәләкәй эшҡыуарлыҡ өлкәһендәге социаль эшҡыуарлыҡ предприятиеларын махсус исемлеккә индереү киләһе йылдың 10 апрелендә башлана.
Ергә һалым. 2020 йылғы отчеттан башлап, ойошмалар ергә һалым буйынса декларация биреүҙән азат ителә. Һалым инспекцияһының ергә ниндәй суммала һалым иҫәпләп сығарыуы тураһындағы мәғлүмәт 2021 йылдың 1 ғинуарынан ғәмәлгә инәсәк. Ойошмалар ошо мәғлүмәтте алғандан һуң 10 көн эсендә һалым органына үҙҙәре кәрәк тип тапҡан аңлатма һәм документтар бирә аласаҡ.
Электрон хеҙмәт кенәгәләре. Киләһе йылдан ойошмалар хеҙмәт кенәгәләрен Пенсия фондына онлайн тәртибендә электрон рәүештә тапшыра башлаясаҡ. Бының үҙ өҫтөнлөктәре бар: дәүләт хеҙмәтләндереүе буйынса мөрәжәғәт иткәндә, хеҙмәт эшмәкәрлеге һәм стаж тураһында мәғлүмәт биреү кәрәкмәйәсәк – мәғлүмәттәр базаһында улар бар; был яңы алым эш биреүселәр өсөн дә, эш эҙләүселәр өсөн дә уңайлы, ә алыҫтан тороп эшләгәндәр өсөн тағы бер өҫтөнлөк булып тора. 2019 йылға тура килгән күсмә осорҙа барлыҡ хоҡуҡи һәм ойоштороу мәсьәләләре хәл ителергә тейеш.
Һәүәҫкәр балыҡсылыҡ. Киләһе йылдың 1 ғинуарынан һәүәҫкәр балыҡсылыҡҡа арналған Федераль закон да ғәмәлгә инә. Был шөғөлгә һыуҙағы биологик ресурстарҙы шәхси ҡулланыу маҡсатында сығарыу (аулау) инә. Һыуҙағы спорт, ижади һәм башҡа ярыштар ҙа ошо исемлектә.
Закон һәүәҫкәр балыҡсылыҡты һәм уға бәйле сараларҙы ҡануни яҡтан көйләй. Мәҫәлән, халыҡ күп урында һыу аҫты һунары менән шөғөлләнеү, һыу аҫтында һәм өҫтөндә балыҡ тотоу өсөн акваланг, электрон сараларҙы ҡулланыу тыйыла.
Пенсия тураһындағы ҡануниәткә үҙгәрештәр. Пенсия йәшен оҙайтыу 2019 йылдың башынан иҫәпләнә. Ә 2020 йылда ирҙәр пенсияға 61 йәштән, ҡатын-ҡыҙ 56 йәштән сығасаҡ. Элекке ҡануниәт буйынса хаҡлы ялға 2019 һәм 2020 йылдарҙа сығырға тейешле граждандар өсөн адаптация механизмы күптән түгел ҡануни яҡтан эшләнеп бөткән.
Һалым тураһындағы кодексҡа үҙгәрештәр. Киләһе йылда һалымдарға ҡағылышлы ҡануниәттә үҙ көсөнә инәсәк үҙгәрештәр араһында иң әһәмиәтлеләре түбәндәгеләр:
2. Утилләштергән өсөн һалым.
4. Федераль әһәмиәтле юлды түләүле файҙаланыу.
5. Дөйөм файҙаланыуҙағы элемтә операторҙары өсөн мөлкәткә һалым.
"Башҡортостан" гәзитенән.