газета "Салауат"
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Октябрь 2019, 19:05

Төп ғәйеп – эскелектә

Ҡурҡыныс хәлдәр күп донъяла. Хәҙер ауылдарҙа ла тыныс түгел. Әбйәлил районының Тупаҡ ауылында бер төндә ике ҡатынды вәхшиҙәрсә үлтергәндәр.

Ҡурҡыныс хәлдәр күп донъяла. Хәҙер ауылдарҙа ла тыныс түгел. Әбйәлил районының Тупаҡ ауылында бер төндә ике ҡатынды вәхшиҙәрсә үлтергәндәр.


Тәүге хәл киске сәғәт ете тирәһендә була. Дүрт әшнә – ике ҡатын һәм ике ир спиртлы эсемлектәр менән табын ҡора. Күпмелер ваҡыт үткәс, әхирәттәрҙең береһе ҡайтып китә, икенсеһе ирҙәр араһында яңғыҙы ҡала. Улар араһында тауыш сыға һәм 26 йәшлек ир 41 йәшлек ҡатындың башына һуға, ул шул урында йән бирә. Ҡатын икенсе төркөм инвалиды була.


Икенсе хәл ошо уҡ ауылда, бер нисә сәғәт үткәс, икенсе бер өйҙә була. Ауыл кешеһе ҡатыны һәм ағаһы менән шулай уҡ табын ойоштора. Өҫтәл түрендә – араҡы. Ниндәйҙер мәлдә ир ҡатынын ағаһынан көнләшә башлай һәм уларға ташлана. Икеһенең дә эсенә ныҡ итеп һуға. Ағаһы – тере ҡала, ә ҡатыны – юҡ...


Әле ирҙәрҙең икеһе лә ҡулға алынған, уларға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған.

Күренеүенсә, төп ғәйеп – эскелектә. Уйланайыҡ әле, йәмәғәт: араҡы бит бер ҡасан да йүнлегә алып бармай...
Читайте нас: