Документта хәбәр ителеүенсә, тикшереүҙәр уҡыусылар һәм студенттар араһында наркотик матдәләр ҡулланыу осраҡтарын иртә асыҡлау өсөн уҙғарыла. Тикшереүҙәр йыл һайын Һаулыҡ һаҡлау министрлығы раҫлаған медицина ойошмалары етәкселегендә ойошторолорға тейеш. Әйтәйек, Өфөлә тест 1-се Республика наркология диспансерында үткәрелә, ә Өфө районы уҡыусылары һәм студенттары 21-се ҡала клиник дауаханаһына ебәрелә.