Туймазы районының Туҡай ауылында булған юл-транспорт ваҡиғаһында 24 йәшлек кенә Өфө кешеһенең ғүмере өҙөлгән. Ул аварияла үҙе ғәйепле. Егет мотоциклда китеп барғанда, күрмәйенсә ҡаршылыҡ өҫтөнә килеп менгән һәм ауған. Бик шәп килде микән, ер менән бәрелеш шул тиклем көслө булған, ул урында уә йән биргән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, башында шлемы ла булмаған шул. Бәлки, кейһә, ғүмерен һаҡлап ҡалыр ине. Мотоциклы ла теркәлмәгән булған.