Алтай өлкәһендә ете йәшлек малай бер иптәшен һәм көсөгөн ултыртып, атаһының машинаһында авария яһаған. Бер бала иптәше менән бергә атаһының BMW машинаһына ултырып сығып китә. Улар трасса буйлап йөрөй. Шунда малай идараны юғалта һәм ҙур йөк машинаһына килеп бәрелә. Бәхеткә, аварияла бер кем дә имгәнмәй. РЕН ТВ каналы күрһәткән кадрҙарҙа илап баҫып торған ике бала һурәтләнгән. Улар ҡурҡҡан, йөк машинаһының водителенән ярҙам һорайҙар. Үҙҙәрен өйгә ҡайтарып ҡуйыуҙы үтенәләр. Бер малайҙың ҡулында бәләкәс кенә көсөгө лә бар. Хоҡуҡ һаҡлау органдары алдында был малайҙың ата-әсәһенә яуап тоторға тура киләсәк инде.