газета "Салауат"
+22 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Октябрь 2019, 18:59

Ришат Төхвәтуллиндың яңы образдары халыҡ күңеленә хуш киләме?

Ришат Төхвәтуллин ҡасандыр бөгөнгө татар-башҡорт йырсыларының Америка стиленә күсә барыуына ҡәнәғәтһеҙлек белдереп, “беҙҙең халыҡтың бай тарихы, мираҫы бар, нишләп беҙ Америкаға эйәрергә тейеш әле”, тигәйне. Ләкин һуңғы йырҙарының береһенә Ришат та океан аръяғы музыкаһы элементтарын индереп, хәҙер халыҡ мине дөрөҫ аңламаҫ инде, тип борсола икән.

Йырсы әле «Мөхәббәт көтә күңел» тип аталған яңы концерт программаһы менән сығыш яһай, гастроль ваҡытында төшөрөлгән видеолары менән инстаграмда һәр ваҡыт уртаҡлашып килә.

“Ғүмер буйы бейегән кешеләргә һоҡланып ҡарай инем”, тигән ине ул. Хәҙер иһә үҙе лә әкренләп сәхнәлә бейей башлаған. Инстаграмдағы бер видеола улар Америка стилендәге бейеү башҡара, “Ришат та американса бейей башлаған икән тип уйламағыҙ! Мин киреһенсә, уларҙы татар йырҙарына бейергә өйрәтергә уйлайым”, тип хәбәр иткән ул.

Комментарийҙарҙан күренеүенсә, Ришаттың яңы образдары халыҡ күңеленә бик хуш килгән, шулай ҙа бейемәйенсә генә йырла тип әйтеүселәр ҙә бар. Йырсыны яҡлап “Теймәгеҙ Ришатҡа, уға нимә эшләһә лә килешә, яратабыҙ!” тип яҙыусылар ҙа бар. Шулай уҡ Ришаттың Америкала концерт ҡуйғыһы килә тип уйлаусылар ҙа юҡ түгел.
Читайте нас: