Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Октябрь 2019, 14:42

Ниндәй уҡытыусыларға мохтажлыҡ ҙур?

“HeadHunter” платформаһы хәбәр итеүенсә, йыл башы менән сағыштырғанда, республикала “Фән һәм мәғариф” тип аталған һөнәри өлкәләге буш эш урындары (вакансиялар) һаны 40 процентҡа кәмегән, шулай ҙа был тармаҡ кадрҙарға ҡытлыҡ кисереүен дауам итә.

Бигерәк тә гуманитар йүнәлештәге фән белгестәре һәм педагогтар етешмәй. Улар буйынса иң күп вакансиялар сит ил телдәре уҡытыусыларына тура килә. Шулай уҡ педагог-психологтарға, башланғыс класс уҡытыусыларына мохтажлыҡ ҙур.

Ошо уҡ агентлыҡ белдереүенсә, “Фән һәм мәғариф” өлкәһендә уртаса эш хаҡы 30 мең һум тәшкил итә. “HeadHunter Урал”дың матбуғат хеҙмәте етәксеһе Анна Осипова әйтеүенсә, бер ай элек “Программалау нигеҙҙәре” курсы уҡытыусыһына вакансия асылған, уның эш хаҡы 100 мең һумға етә.
Читайте нас: