Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Октябрь 2019, 11:59

Их, әрәм булған

М-5 трассаһының Иглин районы биләмәһендәге участкаһында ҙур йөк машинаһы ауып, ҡарбуздары юлға һибелгән.

М-5 трассаһының Иглин районы биләмәһендәге участкаһында ҙур йөк машинаһы ауып, ҡарбуздары юлға һибелгән.

Һөҙөмтәлә, оло юлда ҙур тығын барлыҡҡа килгән. Бәхеткә күрә, водитель тән йәрәхәттәре менән генә ҡотолған. Авария урынында ашығыс ярҙам хеҙмәткәрҙәре, ҡотҡарыусылар, юл полицияһы эшләгән. Шаһиттар һөйләүенсә, 16 саҡрымлыҡ тығын барлыҡҡа килгән, кешеләр ике сәғәт буйы урынынан ҡуҙғала алмай ултырған.
Читайте нас: