Рәсәйҙең Мәҙәниәт министрлығында Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыу уңайынан төшөрөлгән "Һеңлекәш" фильмын күрһәткәндәр. Сарала фильмдың режиссеры, Рәсәйҙең халыҡ артисы Александр Галибин, төп ролдәрҙе башҡарыусылар Арыҫлан Ҡырымсурин менән Марта Тимофеева, шағирҙың ейәне Тимербулат Кәримов ҡатнашҡан.Саранан һуң Рәсәйҙең мәҙәниәт министры Владимир Мединский күҙ йәштәрен тыя алмауы һәм халыҡ хөкөмөнә сыҡҡандан алып фильмдың блокбастерҙарҙы уҙып, иң күп тамашасы йыйыуын дауам итеүе хаҡында шәхси сәхифәләрендә яҙып сыҡты. Бына һиңә "Һеңлекәш"!