Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Октябрь 2019, 13:26

Баланы социаль етемлектән ҡотҡарыуға өмөт бар

РФ Федерация Советындағы сенаторыбыҙ Лилиә Ғүмәрова сентябрь аҙағында Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитетты етәкләй башланы. Бөгөн хөкүмәт "оперативкаһы"нда Лилиә Салауат ҡыҙы "Минең ғаиләм" республика проекты менән сығыш яһаны.

РФ Федерация Советындағы сенаторыбыҙ Лилиә Ғүмәрова сентябрь аҙағында Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитетты етәкләй башланы. Бөгөн хөкүмәт "оперативкаһы"нда Лилиә Салауат ҡыҙы "Минең ғаиләм" республика проекты менән сығыш яһаны.

Ул социаль етемлекте иҫкәртеүгә арнала. "Берҙәм Рәсәй" партияһы менән берлектәге проект был.

Беләһегеҙ, беҙҙә ата-әсәһе тере булып та етем булған балалар күп. Бөтә етемдәрҙең 76 проценты шундайҙар. Бәләгә башлыса эскелек ғәйепле.

Лилиә Салауат ҡыҙы белдереүенсә, 2018 йылдағы тикшеренеүҙәр тарҡалған ғаиләләрҙең һәр дүртенсеһендә сәбәп эскелек булыуын күрһәткән. Социаль приюттарға урынлаштырылыусы балалар араһында ла алкоголгә бәйлелек менән ауырыусы ғаиләләрҙең балалары күп.

Ошо проблеманы кәметеү, бөтөрөү ниәте менән илдәге һөҙөмтәле тәжрибәләр, башҡа субъекттарҙа ғәмәлгә ашырылған проекттар ҙа өйрәнелгән. Әстерхан өлкәһендәге проект беҙҙекен төҙөүгә нигеҙ итеп алынған. Унда проблемаға ҡаршы тороу өсөн айырым бюджет тупланмалары кәрәк түгел, ә дәүләт гарантиялары бирелә.

Проектты биш этапта ғәмәлгә ашырыу күҙаллана. Тәүгеһендә эскелек һаҙлығына батҡан ғаиләләрҙе асыҡлау, икенсеһендә һауығыуға мотивация биреү (табип-нарколог, ғаиләгә ярҙам хеҙмәте), өсөнсө этапта диагностикалау, дауалау ҡарала. Артабан - комплекслы рәүештә күҙәтеү, ғаиләгә ярҙам күрһәтеү этаптары.

Проектта нисә ғаиләнең ҡатнашыуы ла күҙаллана. 241-е быйылдан башлай, тип белдерҙе Лилиә Салауат ҡыҙы.

500 баланы социаль етемлектән ҡотҡарыуға өмөт бар.
Читайте нас: