Стәрлетамаҡта дәрес барған ваҡытта ҡыҙҙар һикереп тора ла һуғыша башлай. Уҡытыусы ла шунда була. Улар бер-береһен сәстәренән һөйрәй, ҡысҡырыша. Араларынан бер нисәһе айырып маташа. Ә малайҙар ҡыуанышып ҡул саба, ҡыҙҙарҙы артабан һуғышырға "дәртләндерә". Кемдер телефонын алып видеоға төшөрә һала. Бына заман. Бына мәктәп. Элек малайҙарҙың һуғышыуы һирәк күренеш ине, ә хәҙер ҡыҙҙар уҡытыусы алдында йоҙроҡ болғай! Ҡыҙҙарҙың әҙәплелеге ҡайҙа булған?