Мәскәү табиптары 80 йәшлек әбейҙең танауынан сейә төшө алған. Ул, яҡынса 70 йыл элек, бала сағында кергән булған. Был хәл оло йәштәге кеше тешен дауалағанда асыҡлана. Компьютер томографияһы танау ҡыуышлығында ниндәйҙер ят нәмәнең барлығын күрһәтә. Әбей әйтеүенсә, төш уға ҡыйынлыҡтар тыуҙырмаған, ваҡыты менән танауынан эренле һыу аҡҡанға ла ул иғтибар итмәгән. Шулай ҙа, төштө алғас, әбей һулыш алыуы күпкә еңел булып ҡалыуын әйткән.