Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Октябрь 2019, 10:50

Уҡырға килегеҙ, белемегеҙҙе камиллаштырығыҙ

“Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектына ярашлы, Башҡортостандың Экспортҡа ярҙам үҙәге ошо йүнәлеш нигеҙҙәренә өйрәтеү маҡсатында йүнселдәр өсөн уҡыуҙар алып бара.

“Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектына ярашлы, Башҡортостандың Экспортҡа ярҙам үҙәге ошо йүнәлеш нигеҙҙәренә өйрәтеү маҡсатында йүнселдәр өсөн уҡыуҙар алып бара.

Был милли проекттың төбәк программалары буйынса, беҙҙә бәләкәй һәм урта предприятиеларҙы донъя баҙарына сығарыу буйынса мәсьәләләр, сеймал булмаған энергетик түгел тауарҙарҙы экспортлау үҫеше уңышлы хәл ителә килә. Беренсе сиратта - эшкәртеү сәнәғәте һәм ауыл хужалығы продукцияларын. Йүнселдәр өсөн ойошторолған әлеге курстарҙа тышҡы баҙарҙың беренсел анализы инструменттары, тауарҙы һәм предприятиены экспортҡа әҙерләү, валюта түләүҙәрен ойоштороу үҙенсәлектәре, был эшмәкәрлектә осраусы ихтимал ауырлыҡтар, дәүләт ярҙамы һ.б. күп мәсьәләләр тәрән өйрәнелә. Йыл аҙағына тиклем ошондай 11 семинар уҙғарыу планлаштырыла. Сираттағыһы Өфөлә 15 октябрҙә буласаҡ. Иҫәп буйынса был бишенсе семинарҙың темаһы - “Экспорттың финанс инструменттары”. Уҡыуҙарҙа ҡатнашыу бушлай. Бары тик www.exportedu.ru сайтында алдан теркәлеү генә талап ителә. Экспорт эшмәкәрлегенә өйрәнергә теләгәндәргә тейешле формала заявка һәм килешеү ебәреп, уларҙың төп нөхсәһен сарала күрһәтеү кәрәк.

#Миллипроекттар

Читайте нас: