Бөгөн, 4 октябрь, Салауат башҡорт дәүләт драма театры 87-се миҙгелен аса.
Тамашасы иғтибарына Мостай Кәримдең "Беҙҙең өйҙөң йәме" спектакленең премьераһы тәҡдим ителә.
Спектакль Мостай Кәримдең тыуыуының һәм Башҡортостандың барлыҡҡа килеүенең 100 йыллығына арнала. Ул "Берҙәм Рәсәй" партияһының «Кесе Ватан мәҙәниәте» проекты сиктәрендә ҡуйыла.
???? Ҡуйыусы режиссеры - Ренат Әйүпов (Ҡазан)
Рәссам - Зилия Ҡансурина (Мәскәү)
???? Композитор - Илшат Яхин
???? Хореограф - Сулпан Асҡарова
???? Рәссам-яҡтыртыусы - Илшат Сәйәхов