газета "Салауат"
-20 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Октябрь 2019, 15:31

Сейме? Түгелме?

Өфө мәктәптәренең береһендә балаларға ашханала сей кәтлит биреүҙәре, был хәлдән һуң бер нисә баланың үҙен насар тойоуы хаҡындағы хәбәр социаль селтәрҙәрҙә ҙур ғына бәхәс тыуҙырғайны.

Өфө мәктәптәренең береһендә балаларға ашханала сей кәтлит биреүҙәре, был хәлдән һуң бер нисә баланың үҙен насар тойоуы хаҡындағы хәбәр социаль селтәрҙәрҙә ҙур ғына бәхәс тыуҙырғайны.

Мәсьәләгә аныҡлыҡ индереү маҡсатында “Ижтимағи электрон гәзит” тарафынан түңәрәк өҫтәл артында һөйләшеү ойошторолдо. Унда Роспотребнадзор, Башҡортостандың Сауҙа һәм ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты, Өфө ҡалаһы хакимиәтенең мәғариф идаралығы, баш ҡаланың мәғариф учреждениеларында туҡланыуҙы ойоштороусы - “Балалар һәм диетик туҡланыу үҙәге”, әлеге хәл булған 71-се мәктәп етәкселеге, ата-әсәләр һәм уҡыусылар ҡатнашты.

Балалар һәм диетик туҡланыу үҙәге директоры Марина Әсфәндийәрова, мәктәп директоры, бракераж комиссия әлеге хәлдең дөрөҫлөккә тап килмәүе, кәтлиттең тейешле технологияға ярашлы 1,5 сәғәт әҙерләнеүе хаҡында белдерҙе. Туҡланыу үҙәген ит менән тәьмин итеүсе “Зуевское” йәмғиәте етәкселеге лә иттең сифатлы, таҙа булыуы хаҡында әйтте. Роспотребнадзор идаралығы, Башҡортостандың Сауҙа һәм ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты әлегә был эшкә нөктә ҡуйылмауын, әммә бындай осраҡтар менән бик һаҡ булырға, әгәр балаларға тип әҙерләнгән ризыҡҡа ҡарата шик тыуһа, уны бөтөнләй бирмәү хәйерлерәк булыуын билдәләне. Ата-әсәләр һәм уҡыусылар туҡланыуҙы ойоштороу йәһәтенән үҙ дәғүәләрен, кәңәштәрен еткерҙе. Күптәргә ашханала тәҡдим ителгән ризыҡтарҙың һыуыҡ булыуы оҡшамай. Шулай уҡ айырым мәктәптәр ашханаларында күҙәтелгән проблемалар, мәҫәлән, һауыт-һаба етешмәү, ашнаҡсыларҙың тупаҫ мөғәмәләһе һәм башҡа етешһеҙлектәр әйтелде. Уларҙың барыһы ла түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашҡан яуаплы белгестәр тарафынан иғтибарға алынды.

("Башҡортостан" гәзите)
Читайте нас: