Грозный ҡалаһынан Мәскәүгә осҡан самолетта ике айлыҡ баланың хәле ҡапыл насарайған. Борт экипажы, был хәлгә бәйле, Волгоград ҡалаһы аэропортында туҡтарға мәжбүр булған. Баланы дауаханаға оҙатһалар ҙа, уны ҡотҡара алмағандар. Асыҡланыуынса, ҡыҙ тыумыштан йөрәк сире менән яфаланған. Мәғлүм булыуынса, баланы Мәскәүгә, юғары технологиялы медицина ярҙамы күрһәтергә алып китеп барғандар. Сабыйҙы оҙатып барыусы табип-реаниматолог ярҙам күрһәтергә тырышһа ла, файҙа булмаған.