Мостай Кәримдең 100 йыллығы уңайынан беҙҙең театр сәхнәһендә лә бик күп тамашалар урын алды. Шуларҙың береһе кисә булды. «Арлекин» студияһы артистары шағирҙың «Өс таған» повесын ҡуйҙы. “Өс таған” геройҙары - ябай ауыл малайҙары Яҡуп, Вәзир, Ғабдулла һәм Айҙар. Улар үҙ тормоштары, хыялдары менән йәшәй. Юғалып барған, һәләк булыу сигенә еткән Кирәмәт тауын өс малай ҡотҡарырға ҡарар итә. Бының өсөн улар нимә эшләргә уйлай? Йәш артистар повеста барған ваҡиғаларҙы тамашасыға бик ысын итеп еткерә алды.