газета "Салауат"
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Октябрь 2019, 17:42

Мутлашыусылар йоҡламай

Стәрлетамаҡта 94 йәшлек әбейҙе талап сыҡҡан ике бурҙы полиция хеҙмәткәрҙәре эҙләй.

Стәрлетамаҡта 94 йәшлек әбейҙе талап сыҡҡан ике бурҙы полиция хеҙмәткәрҙәре эҙләй. Киске алтылар тирәһендә пенсионерҙың фатирына шылтыраталар. Әбейгә улар үҙҙәрен газ хеҙмәтенәнбеҙ, тип таныта. Йәнәһе лә, газ ҡорамалдарын тикшереп, счетчиктарға пломба ҡуялар. Әбей ышанып, уларҙы фатирына индерә. Ирҙәр газ плитәһен, счетчикты ҡарай. Шуның өсөн әбейҙән 1,5 мең һум аҡса һорайҙар. Инәй серванттан янсығын алып, тейешле сумманы уларға тоттора. Ирҙәрҙең береһе аш бүлмәһендә документтар тултырғансы, икенсеһе бәҙрәфкә йүнәлә. Бер нисә минуттан ул кире килеп, йәһәтләп фатирҙан таялар. 1,5 мең һум аҡсаны алмаған булалар, йәнәһе лә, аҙаҡ килеп аласаҡтар. Улар киткәс, әбей янсыҡтан 28 мең һум аҡсаһының юғалғанын күрә һәм полицияға мөрәжәғәт итә. Ниндәй хеҙмәттән килһәләр ҙә, өйҙә яңғыҙ саҡта ят кешеләргә ишекте асырға түгел.
Читайте нас: