Башҡортостандың халыҡ шағиры, ғалим һәм йәмәғәт эшмәкәре Рауил Бикбайҙың башҡорт теле һәм әҙәбиәте үҫешенә ҙур өлөш индергәне өсөн, уның күп йыллыҡ емешле йәмәғәт эшмәкәрлеген иҫәптә тотоп, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уның тураһындағы хәтерҙе мәңгеләштереү маҡсатында указға ҡул ҡуйҙы. Документҡа ярашлы, Башҡортостан Хөкүмәтенә уның тормошо, йәмәғәт, ғилми һәм ижади эшмәкәрлегенә бәйле дәүләт мультимедиялы материалдар архивын булдырырға, бының өсөн сайт эшләргә ҡушылды. Уның исеменә арнап йыл һайын поэзия фестивале, уҡыусылар конференцияһы үткәреләсәк, иң-иң студенттар өсөн Рауил Бикбаев исемендәге стипендия ойоштороласаҡ. Халыҡ шағирының исеме баш ҡалалағы 102-се Башҡорт гимназияһына биреләсәк. Бынан тыш Өфө урамдарының береһе лә уның исемен йөрөтәсәк. Өфө ҡалаһы хакимиәтенә шағир йәшәгән Менделеев урамы, 148/3-сө йортҡа Рауил Бикбаевтың барельефы менән мемориал таҡтаташ ҡуйырға тәҡдим ителә. Шулай уҡ уның исеме менән бәйле урындарҙы төҙөкләндереү, баш ҡала музейҙарының береһендә уға арналған экспозиция әҙерләргә ҡушыла. Указды тормошҡа ашырыу өсөн кәрәк булған сығымдар кимәлен һәм күләмен Башҡортостан Хөкүмәте билдәләйәсәк.