Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Октябрь 2019, 12:07

Дүрт көнлөк эш аҙнаһы яҡшыға түгел, тип иҫкәртә ғалимдар

Дүрт көнлөк эш аҙнаһына күсеү рәсәйҙәрҙең ғүмер оҙайлығын ҡыҫҡартыуға һәм эш урынында кинәт үлеү осраҡтарын күбәйтеүгә килтереүе ихтимал.

Дүрт көнлөк эш аҙнаһына күсеү рәсәйҙәрҙең ғүмер оҙайлығын ҡыҫҡартыуға һәм эш урынында кинәт үлеү осраҡтарын күбәйтеүгә килтереүе ихтимал.


Н.Ф. Измеров исемендәге Хеҙмәт медицинаһы ғилми-тикшеренеү институты ғалимдары шундай һығымтаға килгән.


Ошо көндәрҙә Хеҙмәт министрлығы Рәсәй Хөкүмәтенә дүрт көнлөк эш аҙнаһына күсеү перспективалары тураһында доклад ебәргән. Әйтеүҙәренсә, был мәсьәлә буйынса власть органдары, эш биреүселәр берекмәләре, профсоюздар менән бергә фекер алышыу булған. Август айында Рәсәй бойондороҡһоҙ профсоюздар федерацияһы эш көнө ваҡытын арттырыу һәм аҙналыҡ хеҙмәт сәғәттәре һанын һаҡлау иҫәбенә дүрт көнлөк эш аҙнаһына күсеү тәҡдиме менән сығыш яһағайны.


Ғалимдар айыҡ аҡыл менән эш итә, төптән уйлап фекерләй, стресс, көсөргәнеш тыуҙырған яңылыҡтан кемгә файҙа? Тик уларҙы ишетерҙәрме?
Читайте нас: