газета "Салауат"
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Октябрь 2019, 12:26

Ҡәбәхәттәр. Башҡа һүҙ юҡ

62 йәшлек ирҙең әзмәүерҙәй ике улы бер ҡайҙа ла эшләмәй, атаһының пенсияһына ғына күҙ төбәп йәшәгән. Үҙҙәре аҡса тапмаһалар ҙа, иҫерткес эсемлектәр менән ныҡ "дуҫ" булған ике ир-егет.

62 йәшлек ирҙең әзмәүерҙәй ике улы бер ҡайҙа ла эшләмәй, атаһының пенсияһына ғына күҙ төбәп йәшәгән. Үҙҙәре аҡса тапмаһалар ҙа, иҫерткес эсемлектәр менән ныҡ "дуҫ" булған ике ир-егет.

Ағалы-ҡустылылар атаһынан айырым донъя көтә, ғаиләле лә була улар. Шулай бер көн икәүләп араҡы һемерәләр, эсергә бөткәс, аҡса һорарға аталарына йүнәләләр. Әммә эш һөймәгән улдарына атай кеше пенсияһынан өлөш сығармай, уларҙың үтенесен инҡар итә. Тик яҡты донъяға ғүмер бүләк иткән ғәзиздәрен ике ҡәбәхәт ныҡ итеп туҡмай, аҙаҡ ауыҙын шаҡарып ҡайнар һыу ҡоя...


62 йәшлек ирҙе йортонда күршеләре таба, улар "Ашығыс ярҙам" машинаһын саҡырта. Медиктар ярҙам ҡулы һуҙыуға ҡарамаҫтан, атай кеше дауаханала йән бирә.


Аталарының ғүмер ҡыйған ике ирҙе ҡулға алғандар, улар 20 йылға яҡын араҡы эсеүҙән мәхрүм буласаҡ, сөнки төрмәлә эсергә ҡоймайҙар.
Читайте нас: