2 октябрҙә беҙҙең ҡалала йәмәғәт экологы, волонтер, хәйриәсе Миҙхәт Хәсәнов менән осрашыу үтте. “Йәшел Башҡортостан” акцияһы сиктәрендә кедр ағастары ла ултыртылды.
В.И.Муравленко исемендәге Төмән өлкәһе фондының Вице-президенты Миҙхәт Рауил улы экология һәм тәбиғәтте һаҡлау һорауҙары буйынса аңлатыу эше алып бара. Осрашыуҙан һуң музыка колледжы биләмәһендә хәйриәсе ҡалаға бүләк иткән кедр үҫентеләре ултыртылды. Ул яҡын арала тағы ла был ағас үҫентеләрен килтерергә вәғәҙә итте.
Иртәгә шулай уҡ, “Йәшел Башҡортостан” акцияһы сиктәрендә, Салауатта 230 ағас ултыртыу планлаштырыла. Ағастар ҡаланың яңы биҫтәләрендәге С.Юлаев бульвары, Бекетов урамында ултыртыласаҡ. Был сарала ҡатнашырға теләүселәр иртәнге сәғәт 10-да С.Юлаев бульвары менән Бекетов урамы киҫелешендә йыйыла ала.