Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Октябрь 2019, 18:31

Луизаның аҡсаларының эҙенә төшә башлағандар

Луиза Хәйруллина – тәфтиш изоляторында, ире Марат – өйҙәге һаҡ аҫтында. Ике бала олатаһы менән һәм мәктәпкә йөрөй. Ә 25 миллион һум аҡса ҡайҙа?

Луиза Хәйруллина – тәфтиш изоляторында, ире Марат – өйҙәге һаҡ аҫтында. Ике бала олатаһы менән һәм мәктәпкә йөрөй. Ә 25 миллион һум аҡса ҡайҙа?


Был һорау халыҡты ла, полиция хеҙмәткәрҙәрен дә әллә ҡасандан борсой. Берәүҙәр аҡса тотонолоп бөткән тип фаразлаһа, икенселәр ғаилә уны йәшергән дә төрмәнән сыҡҡас тотонор тип уйлай.


Әле иһә уголовный розыск хеҙмәткәрҙәре был аҡсаның ҡайҙалығын асыҡлай башлаған. Тәфтишселәргә был һорауҙы бөгөн журналистар биргән икән.


– Марат Хәйруллин аҡсаның ҙур өлөшөн, ысынлап та, уйнап бөткән. Был букмекер күсермәләре менән дәлилләнә, – тине уголовный розыск начальнигы Рәмил Йәрмәев.


Аҡсаны Марат уйнап бөткән, тигән фараз улар ҡулға алынғас та бар ине. Тик ул саҡта хоҡуҡ һаҡсылары был турала бер комментарий ҙа бирмәне. Ә бына аҡсаның икенсе өлөшө ҡайҙа икәнлеген тәфтишселәр әле һаман асыҡлай. Берәй ерҙә ятамы икән улар? Әллә, әллә...
Читайте нас: