Башҡортостан ике виртуаль концерт залы булдырыуға ике миллион һум аҡса ала. Был ғәмәл “Мәҙәниәт” милли проектына ярашлы тормошҡа ашырыла. Халыҡты рухи яҡтан тәрбиәләү дәүләттең төп бурыстарының береһе булып ҡала. Ҡалала йәшәүселәр ҙә, ауылдыҡылар ҙа мохтаж бөгөн быға. Республика етәксеһе Радий Хәбиров урындарға эш сәфәрҙәре барышында ошо мәсьәләгә айырыуса ҙур иғтибар биреп, ауыл-ҡалаларҙағы социаль биналарҙың - мәктәптәрҙең, клубтарҙың, фельдшер-акушерлыҡ пункттарының һ.б. эшмәкәрлеген яҡындан өйрәнә, улар халыҡ мәнфәғәтендә хеҙмәт итһен өсөн тейешле күрһәтмәләр бирә килә, һәм был маҡсатлы йүнәлеш уңышлы тормошҡа ашырыла.
“Мәҙәниәт” милли проектына ярашлы, 2020 йылда виртуаль концерт залдары булдырыуға конкурс еңеүселәре иғлан ителде. Башҡортостандан унда биш учреждение ҡатнашҡайны. Уларҙың икеһе еңеү яуланы: Ишембай районының һәм Сибайҙың Балалар сәнғәт мәктәптәре. Башҡортостан уларҙа виртуаль концерт залы булдырыу өсөн ике миллион һум аласаҡ. Күҙалланыуынса, Мәҙәниәт йортона килеүселәр Мәскәү консерваторияһы концерттарын ситтән ҡарау мөмкинлегенә эйә буласаҡ.