газета "Салауат"
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Октябрь 2019, 18:56

Хатаһы арҡаһында ҡулһыҙ ҡала яҙған

53 йәшлек ҡатындың эш көнө фажиғә менән тамамлана яҙған. Уның һул ҡулы әйләнеп торған валға эләккән.

53 йәшлек ҡатындың эш көнө фажиғә менән тамамлана яҙған. Уның һул ҡулы әйләнеп торған валға эләккән.


Ярай әле, ҡулы өҙөлмәгән. Предприятие етәксеһе был хәлде йәшерергә маташҡан, әммә республиканың Хеҙмәт дәүләт инспекцияһы фажиғә хаҡында белеп ҡалған.


Баҡтиһәң, бәлә килгән көндө ҡатын ит ярымфабрикаттары өсөн ҡамыр әҙерләгән. Әммә ул кәрәкле ваҡытта махсус машиналағы сикләүсе рәшәткәне төшөрмәгән. Шуға уның һул ҡулы валға эләккән. Ҡатын үҙенең хатаһы һөҙөмтәһендә ҡулһыҙ ҡала яҙған.


Асыҡланыуынса, хеҙмәткәр махсус белем алмай һәм өйрәтелмәй эшкә ҡушылған. Шуға уның етәксеһен – шәхси эшҡыуарҙы – административ яуаплылыҡҡа тарттырғандар.
Читайте нас: