Өфө онкология диспансерына ярҙам һорап килгән ауырыуҙы кире борғандар. Уның ҡулында ОМС полисы ла булған. Билдәле булыуынса, ул бөтә ил биләмәһендә ғәмәлдә. Әлеге ҡатын Һорғоттан Благоварға туғандарына ҡунаҡҡа ҡайтҡан булған. Ауырыу булғас, ундағы табиптар уны Өфөгә юллама биреп оҙатҡан. Ул препаратын алып онкодиспансерға килгән. Бүлек мөдиренә кергән, уныһы онкологҡа ебәргән. Оҙон сират үтеп килеп керһә, уны тағы ниндәйҙер кабинетҡа оҙаталар. Ә унда ултырған бер ир, документтарҙы ҡарағас, терапия эшләүҙән баш тарта һәм ҡаты итеп, Һорғотоғоҙға китегеҙ, тип аҡырына...
Ҡатын Һорғотона ҡайткан, тейешле дауаланыуҙы алған. Тик ул ваҡытында алынмағас, хәле насарайған, тип хәбәр итә туғандары.