газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Октябрь 2019, 17:23

Яңы йылдан - 6,6 процентҡа

2020 йылдың 1 ғинуарынан Рәсәйҙә 30 миллиондан ашыу кеше арттырылған пенсия ала башлай, тип хәбәр итә РИА «Новости» Хеҙмәт министрлығына һылтанма менән.

2020 йылдың 1 ғинуарынан Рәсәйҙә 30 миллиондан ашыу кеше арттырылған пенсия ала башлай, тип хәбәр итә РИА «Новости» Хеҙмәт министрлығына һылтанма менән.

Түләү 6,6 процентҡа арта.

2020 йылдың 1 апреленән шулай уҡ 2019 йылда пенсионерҙың йәшәү минимумы артыуына ярашлы дәүләт тәьминәте буйынса пенсияны яҡынса 7 процентҡа арттырыу күҙаллана. Илдә бындай сара 4 миллионлаған кешегә ҡағыла, уларҙың 3,2 миллионы социаль пенсия ала.

Әле республикала 1,2 миллион пенсионер иҫәпләнә. Быйыл Башҡортостанда пенсия һәм айлыҡ аҡсалата түләү өсөн сығымдар 169 миллиард һум тәшкил итте.
Читайте нас: