Кисә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Сочиҙа үткән “Рәсәй һәм ислам донъяһы: үҙ-ара әһәмиәт һәм йоғонто“ махсус сессияһында ҡатнашты. Сессия йыл һайын ойошторолған XVI “Валдай” халыҡ-ара дискуссия клубы ултырышы сиктәрендә үтте. Радий Фәрит улының сығышы республикала төрлө милләт һәм дин вәкилдәренең татыу йәшәү йолаларына арналды.
– Башҡортостан Республикаһы бөгөн төрлө милләт һәм конфессия вәкилдәренең дуҫ һәм татыу йәшәүенең үҙенсәлекле өлгөһө булып тора, – тине ул. – Башҡортостанда йәшәгән дүрт миллион кешенең 67 проценты – мосолмандар. 36 проценты – рустар, 30 процент самаһы – башҡорттар һәм 24 проценты – татарҙар. Бынан тыш, 100 меңдән ашыу самаһы башҡа этнос кешеләре, айырып әйткәндә, сыуаш һәм марийҙар йәшәй беҙҙә.
Республика Башлығы белдереүенсә, беҙҙә милләттәр һәм конфессиялар шул тиклем бер-береһе менән тығыҙ бәйләнгән, шуға күрә мосолмандар – Пасха менән Раштыуаны, ә православныйҙар Ҡорбан байрамы менән Ураҙа байрамын бергә билдәләй. Республикалағы һәр өсөнсө никах – ҡатнаш, һәм бындай ҡыҙыҡлы тәжрибәне башҡа төбәктәрҙә табыуы ауыр. Заман Рәсәй исламы үҙәге Өфөлә урынлашҡан, боронғо һәм бик билдәле “Ғәлиә” һәм “Усманиә” мәҙрәсәләре бар. Беҙҙең Рәсәй Ислам университеты ислам университеттары федерацияһына инә. Башҡортостанда дингә өндәүселәр менән проблема юҡ, бында мосолман-сөнниҙәр йәшәй һәм республиканың бер генә мәсетендә лә ваһһабиттар юҡ.
– Ошондай ҡыҫҡа ғына тезистар һәм дәлилдәр менән мәҙәниәттең, диндең, милләттәрҙең бер-береһе менән тәрән бәйләнешен күрһәтергә тырыштым. Беҙ үҙебеҙҙең иң мөһим байлығыбыҙҙы ошонда күрәбеҙ, – тине Радий Хәбиров. – Эйе, беҙҙең байлығыбыҙ йыл һайын 18 миллион тонна нефть табыуҙа йәки нефть эшкәртеүсе заводтарыбыҙ эшмәкәрлегендә түгел, ә тап ошо ҡиммәттәрҙә. Һәм беҙ быны үҙебеҙҙең өҫтөнлөгөбөҙ тип иҫәпләйбеҙ, уның менән уртаҡлашырға әҙербеҙ.
Радий Фәрит улы билдәләүенсә, Волга буйы башҡорт исламы бер аҙ башҡасараҡ: ул йәмғиәткә тәрән үтеп инеүе һәм шул уҡ ваҡытта үҙен һаҡлап ҡалыуы менән айырыла.
– Шуға күрә беҙ Конституция талаптары сиктәрендә бер-береңде хөрмәт итеү генә түгел, ә бер-береңдән иң яҡшы сифаттарын да алыу яҡлы. Шул уҡ ваҡытта үҙеңде мосолман йәки православный итеп һаҡлап ҡалыу мөһим. Тап ошонда инде беҙҙең ҙур илебеҙҙең бөйөклөгө, – тине ул.
Үҙенең сығышы аҙағында Радий Хәбиров клуб ағзаларының сираттағы ултырышын беҙҙең республикала үткәрергә саҡырҙы.