Һуңғы ваҡытта ил Хөкүмәтенең пенсия йәшен тағын да арттырырға ниәтләүе хаҡында йыш ишетелә. Имеш, ҡатын-ҡыҙҙар хаҡлы ялға - 63, ә ир-егеттәр 68 йәштән китәсәк. Был мәсьәләгә Ил Президентының матбуғат секретаре Дмитрий Песков асыҡлыҡ индергән.
- Көн үҙәгендә пенсия йәшен арттырыу тураһында һорау тормай, хатта был мәсьәлә фекер алышыуға ла сығарылғаны юҡ, - тигән Песков.
Тик ябай халыҡтың күңеленә шик кереп оялаған инде, социаль селтәрләрҙә лә был темаға хафа белдереүселәр бик күп.