Анна Казанцева тигән йәш ҡатын керпек үҫтерәм тип һуҡыр ҡала яҙған. Оҫта иһә, клиент үҙе ғәйепле, сеанс ваҡытында йыш ҡыбырланы, һөйләште һәм күҙенә химик матдәләр эләккәндер, тип бара. Процедура ваҡытында уҡ ҡатындың уң күҙе ҡыҙарған, шешеп сыҡҡан. “Эш ваҡытында, юҡ-бар хәбәрҙәр һөйләштек, оҫта шул арала өс тапҡыр телефондан яуап бирергә өлгөрҙө, хатта ниндәйҙер әйбер артынан барып килде”, - ти Анна. Күҙе ауыртыуын белдергәс, оҫта, хәҙер үтә ул, тип тынысландырған, аҙаҡ иһә күҙенә ниндәйҙер Ҡытай дарыуы тамыҙып ҡайтарған.
Иртән иһә Анна күҙен дә аса алмаған, ул эренләгән, һыҙлай башлаған. Офтальмолог “беренсе дәрәжә химик бешеү” тигән диагноз ҡуйған. Был - бик етди хәл, күҙгә ҙур зыян килеүе, хатта уның һуҡырайыуы ихтимал. Бынан тыш, ҡыҙҙы баш ауыртыуы, ҡан баҫымы күтәрелеүе лә йонсота башлаған.