Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Октябрь 2019, 18:23

Бала тип тә тормаған

Белорет ҡалаһында 37 йәшлек ҡатын уның балиғ булмаған улына һөжүм итеүҙәре, телефонын талап алыуҙары тураһындағы ғариза менән полицияға мөрәжәғәт иткән.

Белорет ҡалаһында 37 йәшлек ҡатын уның балиғ булмаған улына һөжүм итеүҙәре, телефонын талап алыуҙары тураһындағы ғариза менән полицияға мөрәжәғәт иткән. Малай тышта дуҫтары менән уйнап йөрөгән. Эргәләренән иҫерек ир үтеп барған. Үҫмерҙең ҡулында телефон күргәс, уны үҙләштерергә булған: яҡын килеп, көс менән тартып алған. Малай шунда уҡ өйгә ҡайтып, хәл тураһында әсәһенә һөйләгән. Полиция хеҙмәткәрҙәре шунда уҡ талаусыны эҙләргә тотонған. Һөҙөмтәлә, 27 йәшлек ирҙе тотҡандар. Ул ҡулға алынған, енәйәт эше ҡуҙғатылған. Малайға телефоны ҡайтарып бирелгән.
Читайте нас: