газета "Салауат"
-20 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Октябрь 2019, 14:54

Таныш булмаған ир биргән билдәһеҙ дарыуҙы эс әле

Балаларҙы бәләкәй саҡтан таныш булмаған кешеләр менән аралашма, улар ҡулынан бер нимә ла алма һәм айырыуса ауыҙыңа ҡапма тип өйрәтәбеҙ ҙә бит. Тик ҡайһы берәүҙәргә үҫеп еткәс тә барып етмәй, күрәһең...

Балаларҙы бәләкәй саҡтан таныш булмаған кешеләр менән аралашма, улар ҡулынан бер нимә ла алма һәм айырыуса ауыҙыңа ҡапма тип өйрәтәбеҙ ҙә бит. Тик ҡайһы берәүҙәргә үҫеп еткәс тә барып етмәй, күрәһең...


Был хәл ял көндәрендә үк булғайны. Өфө мәктәптәренең береһендә туғыҙынсы класта уҡып йөрөгән ҡыҙҙы иҫһеҙ килеш табалар һәм дауаханаға оҙаталар. Был хәл төнгө икелә була, уны республика клиник балалар дауаханаһына алып баралар.


Табиптар ҡыҙҙа күп һанлы йәрәхәттәр таба һәм уның билдәһеҙ матдә менән ағыуланғанын асыҡлай. Ҡыҙҙың эйәге, биле, арҡаһында йәрәхәттәре була. Табиптар был турала шунда уҡ полицияға хәбәр итә.

Бер ни тиклем ваҡыт үткәс мәктәп уҡыусыһы иҫенә килә һәм нимә булғанын һөйләп бирә. Был көндө ул әхирәтенә тыуған көнөнә бара. Ҡаланың сауҙа үҙәктәренең береһе эргәһендә уның янына таныш булмаған ир килә. Үҙен Александр тип таныта һәм ҡыҙыҡайға билдәле булмаған таблетка тоттора. Уҡыусы бала уны эсә һәм артабан нимә булғанын бөтөнләй хәтерләмәй. Йәрәхәттәренең ҡайҙан икәнлеген дә әйтә алмай.
Читайте нас: