газета "Салауат"
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Октябрь 2019, 13:21

Радик Юлъяҡшин: "Тәнҡит бар икән, тимәк, ижадымды күҙәтәләр"

Эстрадала "кассалы артист" тигән төшөнсә бар. Концертына билеттар тиҙ һатылып бөткән, тамашалары тулы зал менән уҙған йырсыларҙы шулай атайҙар.

Эстрадала "кассалы артист" тигән төшөнсә бар. Концертына билеттар тиҙ һатылып бөткән, тамашалары тулы зал менән уҙған йырсыларҙы шулай атайҙар.


Ундай йондоҙҙар татар эсрадаһында бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Шундайҙарҙың береһе – Радик Юлъяҡшин. "Шәһри Ҡазан" гәзитендә ошо хаҡта йырсы менән әңгәмә донъя күргән.


"Радик, һинән татар халҡына файҙа юҡ тигән фекер яңғыраны. Был хаҡта нимә әйтерһең?" – тип һорағандар унан.


“Был турала беренсе ишетеүем, – тип яуап биргән эстрада йондоҙо. – Файҙа килтерә аламмы-юҡмы – тамашасы хәл итер, ә мин бынан һуң да тырышып хеҙмәт итермен. Тәнҡит бар икән, тимәк, ижадымды күҙәтәләр. Ә бына эшләп-эшләп тә һүҙ әйтмәһәләр, ҡайғыға ҡалыр инем”.
Читайте нас: