Бөгөн Рәсәйҙә Халыҡ-ара оло йәштәгеләр көнө билдәләнә. Ололарға тағы ла бер тапҡыр изге һүҙҙәр әйтеү, күңел йылыһын бүләк итеү, хәстәрлек күрһәтеү артыҡ булмаҫ тигәнде иҫкәртеүсе яҡшы байрам ул.
"Салауат" гәзите коллективы ла һеҙҙе Халыҡ-ара оло йәштәгеләр көнө менән ихлас күңелдән ҡотлай. Алдағы тормошоғоҙҙа именлек, сәләмәтлек, бәхетле, мул, татыу тормош теләйбеҙ.
Ғүмер юлдарығыҙ оҙон булһын,
Бай, мул көндәр уны биҙәһен.
Һәр яңы көн шатлыҡ менән үтһен,
Ауырлыҡтар бер ҙә килмәһен.
Ҡартаябыҙ тип ҡайғырмағыҙ! Балаларығыҙҙың изгелеген күреп, бәхетле ҡартлыҡ кисереп йәшәгеҙ! Сәйҙәрегеҙ күңелдәрегеҙ һымаҡ һәр ваҡыт йылы булһын!