Былтыр, билдәле булыуынса, Әбйәлил районының Хәлил ауылы республикабыҙҙағы иң матур ауыл тип танылғайны.
Иртәгә быйылғы ошондай конкурстың һуңғы этабы – тауыш биреү башлана.
Шулай итеп, 10 октябргә тиклем республиканың иң матур ауылы билдәләнәсәк.
Ярышта ҡатнашҡан ауылдар менән bash.news сайтында танышырға һәм тауыш бирергә мөмкин.