газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Октябрь 2019, 15:20

Башҡортостанда өлкән йәштәгеләр күпме тип уйлайһығыҙ?

Башҡортостанстат Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының Генераль ассамблеяһы ҡарары менән 1991 йылдың 1 октябренән билдәләнгән Халыҡ-ара оло йәштәгеләр көнөнә ҡарата өлкәндәрҙең һанын иҫәпләп сығарҙы.

Башҡортостанстат Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының Генераль ассамблеяһы ҡарары менән 1991 йылдың 1 октябренән билдәләнгән Халыҡ-ара оло йәштәгеләр көнөнә ҡарата өлкәндәрҙең һанын иҫәпләп сығарҙы.
Һуңғы мәғлүмәттәргә ярашлы, әлеге ваҡытта Башҡортостанда 822 меңдән ашыу өлкән кеше йәшәй. Улар — 60 йәше тулғандар һәм унан ололар. Уларҙың 583 меңгә яҡыны – 60-74, 222 меңе – 75-89 йәштә. Республикала 17 500 кеше оҙаҡ йәшәүселәр йәшенә еткән — 90 йәштә һәм унан өлкәнерәктәр.
Башҡортостанда халыҡтың дөйөм һанынан оло йәштәгеләрҙең өлөшө 20,3% тәшкил итә. Республикала көтөлгән ғүмер оҙайлығы күрһәткесе 72,06 йәшкә тиң. Рәсәйҙә ул — 72,91 йәш. Бөтә донъялағы кеүек үк, Рәсәйҙә өлкәндәр араһында ҡатын-ҡыҙҙар ир-егеттәргә ҡарағанда күберәк. 2019 йылдың башына республикабыҙҙа 60 йәштән олораҡ 518,8 мең ҡатын-ҡыҙ һәм 303,6 мең ир-егет иҫәпләнгән. Ошо йәш категорияһында һәр 1000 ир-егеткә 1709 ҡатын-ҡыҙ тура килә. 60-74 йәшлектәр араһында енестәр нисбәте — 1452-гә, 75-89 йәшлектәрҙә — 2558-гә, 90 йәштән өлкәнерәктәрҙә 4029-ға тиң.
Тәү сиратта ир-егеттәр араһында үлем осраҡтарының күп булыуы сәбәпле енестәр нисбәтендә айырма ҙурая бара, тип билдәләй статистиктар.
Ҡатын-ҡыҙҙар менән сағыштырғанда ир-егеттәрҙең көтөлгән ғүмер оҙайлығының түбәнерәк булыу проблемаһы һаҡлана. 2018 йылда ир-егеттәрҙең һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙың көтөлгән ғүмер оҙайлығы араһында айырма Рәсәйҙә — 10,07 йәш, Башҡортостан Республикаһында 10,71 йәш тәшкил итте.
Читайте нас: