Синоптиктар хәбәр итеүенсә, республикала һауа температураһының бер аҙ күтәрелеүе, көндәрҙең йылыныуы көтөлә.
Иртәгә урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуа. Ел көньяҡтан талғын. Һауа температураһының төндә 2-7, көндөҙ 9-14 градус йылы булыуы күҙаллана.
2 октябрҙә республиканың төньяҡ райондарында бер аҙ ямғыр яуа, башҡа биләмәләрҙә яуым-төшөмһөҙ. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көньяҡтан талғын. Һауа температураһы төндә 2-7, көндөҙ 13-18 градус йылы була.