Өфө ҡалаһы колледждарының береһендә 1-се курс студенты физкультура дәресе ваҡытында вафат булған. Асыҡланыуынса, 17 йәшлек егеткә дәрес мәлендә ҡыйын булып китә. Бергә уҡыған иптәштәре тиҙ арала "Ашығыс ярҙам" машинаһын саҡырта. Табиптар ваҡытында ярҙам күрһәтә, әммә студент, үкенескә ҡаршы, аңына килмәй, ғүмере өҙөлә.