БР буйынса ЮХХДИ-ның матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Чапаев һәм Төньяҡ урамдары киҫелешендә КамАЗ машинаһы һулға боролғанда «Рено Логан» автомобиленә юл бирмәгән. Ике машинаның бәрелеүе арҡаныда еңел автомобилдәге 35 йәшлек ҡатын ваҡиға урынында да уҡ йән бирә. Йөк машинаһы руле артында 59 йәшлек ир булған. Хоҡуҡ һаҡсылары юл-транспорт ваҡиғаһы шарттарын тикшерә.