Рәсәй тимер юлдары компанияһы Оло йәштәгеләр көнө уңайынан 2 октябргә тиклем 60 йәштән өлкәнерәк кешеләргә поезда йөрөү өсөн билетҡа 50 процент ташлама яһай. Был ил эсендә алыҫ араға йөрөүсе поездарға һәм бары купе-вагондарына ғына ҡағыла. Ә дөйөм алғанда, тотош октябрь буйына льготалы хаҡҡа билет алырға мөмкин. Йәғни, ул саҡта ташлама ярты хаҡына булмай, ә нисәлер процентҡа әҙәйә. Уныһы ла ярап ҡала инде.