газета "Салауат"
-15 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Сентябрь 2019, 17:09

Ниндәй хәлдәр булмай донъяла

Был донъяла ниндәй генә хәлдәр булмай. Яңыраҡ Украинала ике башлы бала донъяға килгән.

Был донъяла ниндәй генә хәлдәр булмай. Яңыраҡ Украинала ике башлы бала донъяға килгән.

Был хәл сентябрҙең 26-нан 27-һенә ҡарай төндә була. Илдең Черновцы өлкәһендә бер ҡатын ике башлы ҡыҙ бала тыуҙыра. Табиптар хәбәр итеүенсә, был хәл Украина ғына түгел, бөтә донъя өсөн үҙенсәлекле хәл.


Хәбәр ителеүенсә, был - ҡатындың тәүге балаһы. Ул үҙенең сиам игеҙәктәрен йөрөткәнен һәм сабыйҙың ике башлы булып тыуасағын алдан белгән. Шулай ҙа ауырлы сағында уның ғүмерен ҡыйыуҙан баш тартҡан.


Бәпес баш ҡалала Киевта донъяға килергә тейеш булған, тик ул 33 аҙналыҡ сағында ҡатын ауырый башлай, һәм сабый өлкә дауаханаһында тыуа.


Әле әсәй ҙә, сабый ҙа үҙен яҡшы тоя икән.
Читайте нас: