Ишембай ҡалаһында 44 йәшлек ҡатын 8-се ҡаттан ҡолап төшөп, һәләк булған. Уның кәүҙәһен үтеп барыусы осраҡлы кешеләр күреп ҡалып, полиция саҡыртҡан. Урындағы халыҡ әйтеүенсә, һуңғы квартал эсендә бындай хәл өсөнсө тапҡыр ҡабатлана. Йәйен бер ҡатынды танышы ниндәйҙер бәхәс арҡаһында 14-се ҡаттан ырғытҡан булған. Фажиғә сәбәптәре асыҡлана: криминалистар ваҡиға урынын тикшереп сыҡҡан, суд-медицина экспертизаһы тәғәйенләнгән, һәләк булыусы ҡатындың туғандары асыҡлана.