Рәсәйҙәр килемдәре кәмеү сәбәпле яңы торлаҡ һатып алыуҙан баш тарта, уның урынына иҫкеһен ремонтлай. Илебеҙҙең аналитик үҙәктәренең береһе тикшереү үткәреп, ошондай һығымтаға килгән.
Улар Рәсәйҙең 52 төбәгендәге 150 тораҡ пунктта 1,6 мең кешенән һорау алған. Асыҡланыуынса, киләһе бер-ике йылда йәшәгән урынында ремонт яһарға теләүселәрҙең һаны 21 процентҡа артҡан. Сәбәбе – килем кәмеүе. Ғаиләләр аңлай: яңы торлаҡҡа аҡса етмәй икән, булғанын рәтләргә кәрәк. Унан тыш, һәр унынсы Рәсәй кешеһе ремонт тураһында хыяллана, әммә аҡса етмәү сәбәпле уны кисектереп тора.
2018 йылда ремонтты планлаштырыусылар һаны 57 процент тәшкил итһә, быйыл ундайҙар – 78 процент. Күпселеге (74 процент) яңы обой йәбештереп кенә ҡотолмаҡсы. Ә кемдәрҙең аҡсаһы яңы торлаҡҡа еткән, улар күпселек осраҡта ремонт яһалған йә иһә ҡара эштәре бөткән фатирҙарҙы һайлай.